Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә башҡорт кейеме флешмобының башланыуын иғлан итте.
Ҡатнашыу өсөн башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәтте #Ҡоролтаймилликейем хештегтары менән Фейсбук, Бәйләнештә йәки Инстаграм социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк. Кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлгән - ошо мәғлүмәтте лә күрһәтеү мотлаҡ.
«Халҡыбыҙҙың күңел йәүһәре - милли кейемебеҙҙе донъяға таныт! Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ. Флешмобҡа ҡушылығыҙ!» - тип хәбәр итә проектты ойоштороусылар.