газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 10:40

Хәүеф төркөмөндә эшләүселәр бөтә кәрәк нимәләр менән тәьмин ителергә тейеш

РФ-тың Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы коронавирусҡа бәйле хәүеф төркөмөндә эшләгән бүлексәләрҙе бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә бурыслы, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

РФ-тың Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы коронавирусҡа бәйле хәүеф төркөмөндә эшләгән бүлексәләрҙе бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә бурыслы, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
“Һеҙ һәм һеҙҙең коллегаларығыҙ, сәнәғәт вәкилдәре хәүеф төркөмөнә ҡараған беҙҙең махсус хеҙмәттәрҙе, бүлексәләрҙе кәрәкле материалдар, йыһаздар, медицина техникаһы менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләйәсәгегеҙгә иҫәп тотам”, - тине дәүләт башлығы сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашыуҙа.
Путин медицина персоналын, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, сик хеҙмәте, таможня хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотоуын билдәләне.
“Был йүнәлештәге производство күләмдәренең артыуы хаҡында миңә даими еткереп тороуығыҙҙы һорайым”, - тип тә өҫтәне ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: