Татарстанда яңыраҡ тетрәндергес фажиғә була. Бәлә сәбәпсеһе - телефон.
Олоһонан алып кесеһенә тиклем хәҙер ваҡыттарын телефон артында үткәрәләр. Водителдәр - руль артында, хужабикәләр аш-һыу әҙерләгәндә, балалар хатта дәрес әҙерләгәндә лә ҡулдарынан телефонды төшөрмәйҙәр. Телефондың күп фажиғәләргә алып килеүе тураһында барыбыҙ ҙа хәбәрҙарбыҙ.
Ҡазандағы ваҡиға ла ошоно раҫлай. 33 йәшлек ир туғыҙ айлы сабыйын ваннаға йыуындырырға индерә. Һыу тултыра, баланы шунда ултырта. Бер аҙҙан атай кешенең телефоны шылтырай һәм ул уны алырға икенсе бүлмәгә сыға. Ун минуттан һуң ғына ул һыуҙың ваннанан ағып сығыуын ишетә. Бала һыуға тонсоҡҡан була. Атай кеше аңын юйған балаға яһалма тын алдырырға тырышып ҡарай ҙа бит...тик һуң була. Сабый табиптар килгәнсе вафат була.
Иғтибарһыҙ атайға ҡарата "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтерү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү бара.