Мәскәү өлкәһендә ҡуртымға алынған фатирҙа ике йәшлек бала табылған. Уны счетчиктың күрһәткестәрен алырға килгән фатир хужабикәһе таба. Сабый янында хатта хат ҡалдырғандар. «Полицияға йә иһә балалар йортона тапшырыуығыҙҙы үтенәбеҙ», тиелгән унда. Баланың ата-әсәһе ҡасып киткән. Күршеләренең һүҙҙәренә ҡарағанда, сабыйҙың әсәһе бер ай элек үк Мәскәүгә эшкә киткән. Балаһын үгәй атаһы менән ҡалдырган.
Ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Йәшәргә аҡсаһы ла булмаған, күрәһең, ул сумаҙанын йыйған да китеп барған. Баланы фатирҙа яңғызын ғына.
Шаһиттарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ғаилә был фатирҙа озаҡ йәшәмәгән, сабыйға йыш ҡына "эләккән". «Гел туҡманылар, стенаға ла бәрҙеләр. Баҫҡыстан һөйрәп төшөргәндәрен үҙем күрҙем», - тип һөйләй күршеләренең береһе.
"РЕН ТВ" хәбәрсеһе балаһын ҡалдырып киткән ҡатындың атаһы менән элемтәгә сыҡҡан. «Ҡыҙым ике йыл элек иренән айырылып, балаһы алып, һөйәркәһе менән ҡасып сығып китте. Ул ир Магадандан ине. Алар тәүҙә - Тамбов өлкәһенә, унан һуң Мәскәү өлкәһенә киттеләр», - тип һөйләгән сабыйҙың олатаһы.
Был ҡатындың тағы бер балаһы бар икән. Ул ҡыҙын баланың атаһына ташлап ҡалдырған.
Хәҙер кәкүк-әсәне һәм уның һөйәркәһен полиция эҙләй. Баланы ҡурҡыныс шарттарҙа ҡалдырған өсөн уларға енәйәт яуаплылығы ла янай, тип хәбәр итә тикшереү комитеты.