Бөтә донъяны ялмап алған ҡурҡыныс вирус, бәхеткә күрә, беҙҙең республикала күҙәтелмәй. Дауаханала бер нисә кешенең табиптар күҙәтеүе аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, бер генә диагноздың да раҫланғаны юҡ. Шулай ҙа һаҡланыу саралары күрелә. Бөгөндән күп кенә ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр өйҙән эшләүгә күсте.