газета "Салауат"
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 13:30

Алты мең һумлыҡ битлек..

23 йәшлек егет популяр сайттарҙың береһендә медицина битлектәрен һатыу тураһындағы иғланға тап булып, һатыусыға шылтырата.

23 йәшлек егет популяр сайттарҙың береһендә медицина битлектәрен һатыу тураһындағы иғланға тап булып, һатыусыға шылтырата.
Һатыусы, битлектәр өсөн аванс күсереүен һорап, һылтанма ебәрә. Егет, уныһын-быныһын уйлап тормай, һылтанма буйынса алты мең һум аҡса күсерә.
Ул аҡса күсереү менән "һатыусы" бәйләнештән юғала.
Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мутлыҡ буйынса енәйәт эше асылған (РФ ЕК 159 ст.)
Интернет аша аҡса менән эш иткәндә үтә һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: автор.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова ("Йәшлек" гәзитенән) https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Alti-me--umli-bitlek-177767/
Читайте нас