газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 12:10

3 йәштән 7-гә тиклемге балаларға түләү тураһында указға ҡул ҡуйылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Пособие киләһе йылдан төбәк ҡануниәтендә ҡаралған шарттар нигеҙендә түләнә башлаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Пособие киләһе йылдан төбәк ҡануниәтендә ҡаралған шарттар нигеҙендә түләнә башлаясаҡ.Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков һүҙҙәре буйынса, түләүҙәрҙе юллау мөмкин тиклем ябайлаштырыласаҡ. Уны алыу өсөн тик электрон рәүештә ғариза ғына бирергә кәрәк буласаҡ.
Һәр балаға пособие килеме йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә тәғәйенләнә. Улар төбәктәге балаға иҫәпләнгән йәшәү минимумының яртыһын аласаҡ. Уртаса ил буйынса был сумма 5500 һум тәшкил итә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә был түләү ике миллион тирәһе балаға биреләсәк.
Был маҡсатҡа бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 136,4 миллиард һум тотоноласаҡ.
Шаршамбы көн Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең Мөрәжәғәтнамәһенән сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2020-2022 йылдарғафедераль бюджет күрһәткестәрен үҙгәртеү тураһында законға ла ҡул ҡуйҙы. Өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләүҙән тыш, әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү, башланғыс кластар уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау өсөн сығымдар талап ителәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: