Республика еңел сәнәғәт предприятиелары тәүлегенә 10 мең медицина битлеге етештерә башланы. Ни өсөн тигәндә, дарыуханаларҙа битлектәргә ҡытлыҡ, ә бөтә илдәрҙә коронавирус пандемияһы ҡотороуын дауам итә.
Көн һайын продукция “Башфармация” дарыуханаларына, медицина клиникаларына, сәнәғәт предприятиеларына оҙатыла. Әле битлек тегеү менән республиканың 18 предприятиеһы шөғөлләнә. Башҡортостанда етештерелгән гигиена изделиеларының өҫтөнлөгө шунда – уларҙы күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Бер нисә сәғәт кейеп йөрөгәндән һуң уны йыуырға, аҙаҡ эҫе үтек менән үтекләгәндән һуң яңынан ҡулланырға була.
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/18-predpriyatie-bitlek-teg-179281/