Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 16:45

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23-29 март)

Йондоҙнамә (23-29 март)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Был аҙна ҡуҙылар өсөн бик актив, эшлекле булыр. Ул һөҙөмтә лә килтерер. Һеҙ элекке эшегеҙ өсөн премия алырһығыҙ. Мөхәббәт өсөн дә дәрт-дарманығыҙ етер. Сифатлы көнкүреш техникаһы һатып алырһығыҙ. Ял көндәрен спортҡа, тәбиғәттәге ялға арнағыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Буғалар ҡайһы берҙә төплө уйламай эш итер. Ошо арҡала көсөгөҙ ҙә, аҡсағыҙ ҙа күп бөтөр. Уңышлы проекттарҙы ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләр өсөн диетаға ултырып алығыҙ. Ниндәйҙер тантанаға саҡырырҙар. Көнләшеүгә юл ҡуймағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәрҙе аҙна буйына күңел төшөнкөлөгө һағалап йөрөр. Депрессиянан ҡотолоу өсөн ижади эшкә тотоноғоҙ. Икенсе яртығыҙ менән уртаҡ тел табырға өйрәнегеҙ. Һаулығығыҙға етди ҡарағыҙ. Аҡса тураһында борсолмаҫһығыҙ, планлаштырған әйберҙәрҙе һатып алырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был арала филдән себен яһамау хәйер-лерәк, юғиһә, үҙегеҙҙең дә, башҡаларҙың да нервыларын ҡаҡшатырһығыҙ. Оҙон юлға сығыуҙан баш тартып тороғоҙ. Йүткереү, тымауҙарҙы ваҡытында дауаларға тырышығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар башҡаларҙың проблема-ларын хәл итеү менән мәшғүл булыр. Туғандарығыҙ яҡшы кәңәш бирер. Улар шәхси тормошоғоҙ өсөн файҙалы булыр. Финанс хәлегеҙ хаҡында ҡайғырмағыҙ, бөтәһе лә яҡшырыр. Баҡса эштәренә тотонорға тура килер.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Аҙна «килем һәм именлек» девизы аҫтында үтер. Аҡсаларығыҙҙы арттырыу мөмкинлеге тыуыр. Мөхәббәт өлкәһендә лә алға китеш һиҙерһегеҙ. Саф һауалағы физик күнекмә үҙегеҙҙе яҡшы тойоуға булышлыҡ итер.
Үлсәү (24.09-23.10)
Аҙна башы шәхси тормошоғоҙға бағышланыр, ә төп эшегеҙ әҙерәк ситкә китеп торор. Әммә ике йүнәлеште лә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Иҡтисад менән бәйле эштәр уңыш алып килер. Концерт, театрға барырһығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Өҫтәмә аҡса табыу маҡсатында яңы эш, һөнәр үҙләштереүгә тотонорһоғоҙ. Ысынлап та ҡәнәғәтлек тойғоһо бирерҙәй шөғөлдө һайлағыҙ. Һөйгәнегеҙгә кәрәк икәнегеҙҙе тойорһоғоҙ. Ял көндәрен тыныс үткәрерһегеҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Үҙегеҙгә ҡарата күп кенә тәнҡит һүҙ-ҙәре ишетерһегеҙ. Аҙна аҙағына арыған-лыҡ тойғоһо баҫыр. Яҡындарығыҙ менән төрлө мәсьәләләрҙе хәл итерһегеҙ. Килемегеҙ тото-роҡло булыр. Дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтарҙың аҡыл эштәре бик актив барыр. Һеҙ бер нисә йөкләмәне бер юлы үтәп сыға алырһығыҙ. Кәйефегеҙ күтәренке булыр, буш ваҡытығыҙ гел күңелле үтер. Нимә ашауығыҙға ныҡ иғтибарлы булығыҙ, ағыуланыуығыҙ мөмкин. Һөйгәнегеҙ менән аралар хөртәйер.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Эшлекле сәфәр онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер. Етәкселек ҡушҡандарҙы атҡарып та, матур ял итеп тә өлгөрөрһегеҙ. Килемдәрегеҙҙең артыуына өмөт итә алаһығыҙ Туғандарығыҙ мөһим яңылыҡ хәбәр итер. Организмығыҙҙың торошон тикшереп тороғоҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтарға киҫкен аҙымдарға бармау һәм башҡалар тормошона ҡыҫылмау кәңәш ителә. Үҙегеҙҙең һөнәри оҫталығыҙҙы камиллаштырыу менән мәшғүл булығыҙ. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Интернет аша яңы дуҫтар табырһығыҙ. Йәрәхәт алыу ихтималлығы бар.
Читайте нас: