Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 16:30

Умарк «Салауат Юлаев»та бәхетле…

Коронавирус сире Рәсәйгә лә яҡынлашҡас, бар спорт саралары ла ваҡытлыса туҡтатылды.

Коронавирус сире Рәсәйгә лә яҡынлашҡас, бар спорт саралары ла ваҡытлыса туҡтатылды.
Беҙҙәге КХЛ, РПЛ һәм бәрләштерелгән ВТБ лигаһы ла 10 апрелгә тиклем ялға туҡтаны. Шул уңайҙан беҙҙә уйнаған сит ил легионерҙары тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Был хәл «Салауат Юлаев» клубын да урап үтмәне. Умарк, Хартикайнен, Маниннен, Метсола һәм Ларсен үҙҙәренең өйҙәренә юлланды. Әле үк сит ил матбуғат саралары, уларҙың кайһы берҙәренең башҡаса беренселеккә килмәйәсәге тураһында юҡ бар хәбәр таратып ята. Ул әлеге лә баяға Умаркка ҡағыла. Йәнәһе ул үҙҙәренең бер журналисына ошо хаҡта әйткән. Юҡ, Швеция хоккейсыһы уның яҙғанын кире ҡағып, бына нимә тигән: «Мин бер ҡасан да улай тип әйткәнем булманы. Өфөлә, командала мин бәхетле. Әгәр килергә ҡушһалар, мотлаҡ киләсәкмен. Ҡайҙан сыҡҡан ул хәбәр?.. Уны яҙған журналистҡа шылтыраттым, кире ҡаҡһын тип. Ҡыуанып кире киләсәкмен «Салауатҡа».
Фото:ХКСалават Юлаев
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев ("йәшлек" гәзитенән) https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Umark-Salauat-Yulaev-ta-b-hetle-174750/
Читайте нас: