газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 18:50

Тырыштарға ҡар ҙа, ямғыр ҙа ҡамасауламай

Таҙалыҡ көндәренә 4-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы ла әүҙем ҡушылды.

Таҙалыҡ көндәренә 4-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы ла әүҙем ҡушылды. Улар Нефтселәр проспектындағы 10-сы, 12-се йорттарҙың, Мәктәп тыҡрығының 9-сы йортоноң ишек алдан ҡарҙан таҙарта ине. Идаралыҡ начальнигы Екатерина Белоусова билдәләүенсә, улар бөтә коллективтары менән тирә-яҡ биләмәне таҙартыуға сыҡҡан.
- Бөгөн беҙ Таҙалыҡ көндәренә ҡушылдыҡ. Башлыса, ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн, йорт алдындағы ҡар өйөмдәрен таҙартабыҙ, боҙҙарҙы ватабыҙ. Һауа торошо бөгөн әллә ни яҡшынан булмаһа ла, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса башҡарып сығырға тырыштыҡ, - ти етәксе.
Читайте нас: