Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Шуларҙың тәүгеһе бөгөн, 20 мартта, уҙғарылды. Көндөң боҙолоп, ҡарлы ҡатыш ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, ҡаланың күп кенә учреждениелары өмәгә сыҡҡайны. Әйтәйек, 11-се мәктәп уҡыусылары һәм барлыҡ коллективы ла был акцияға ҡушылған. Улар, ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн мәктәп биләмәһен ҡарҙан таҙарта. Был һанда тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.