Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, “ҡайҙа йығылырымды белһәм, шунда һалам түшәр инем”. Донъяла коронавирусҡа бәйле үҙгәрештәр, сиктәрҙең ябылыуы бәғзе яҡташтарыбыҙҙың пландарын селпәрәмә килтерҙе, ҡайһы берәүҙәр сит-ят ерҙә ҡатмарлы хәлдә тороп ҡалды. Был хаҡта брифингта республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов әйтеп үтте. Бөгөн ведомство сәйәхәттәрҙә ярҙам күрһәтеү, планлаштырылған сәфәрҙәрҙән баш тартҡан осраҡта ниндәй алгоритм буйынса эш итеү һәм ошо юҫыҡтағы башҡа мәсьәләләр буйынса махсус “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырған.
8 800 505 94 56 һандары буйынса шылтыратып, барлыҡ һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Ул эш көндәрендә иртәнге 10-дан киске 20.00 сәғәткәсә, ял көндәрендә 11.00 - 18.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.
Бынан тыш, Салауат Нафиҡов граждандарға үрҙә әйтелгән телефонға шылтыратып, донъя буйлап үҙаллы сәйәхәткә сығып киткән яҡындары, таныштары тураһында хәбәр итеүҙе үтенде. Ундай хәлдә ҡалғандар өсөн кәңәш: тәү сиратта шул илдәге Рәсәй вәкиллегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан инде гражданды тыуған яҡҡа ҡайтарыу алгоритмы хәл ителәсәк.