Салауат ҡалаһы биләмәһендә санитар-эпидемиологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында аҙна һайын Таҙалыҡ көндәре уҙғарыу ҡарары ҡабул ителде. Эш төрҙәре һауа торошона ҡарап билдәләнә.
Был акция сиктәрендә территорияларҙы йыйыштырыу, ҡар өйөмдәрен таратыу, иремәй ятҡан боҙҙо ватыу, былтырғы ағас япраҡтарын, сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу планлаштырылған. Көндәр йылыныу менән биналарҙың аҫҡы өлөшөн, бордюрҙарҙы, ағастарҙы ағартыу эше башланасаҡ. Шулай 300 тирәһе ағас, түтәлдәргә сәскәләр ултыртыу ҡаралған. Быйыл ҡалала 16 таҙалыҡ көнө, өс тапҡыр өмә, ике тапҡыр “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһын, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө уңайынан зыяраттарҙа йыйыштырыу ойоштороу үткәреләсәк.
Ҡаланың барлыҡ территорияһында төрлө йәмәғәт биләмәләре 34 предприятиеға һәм ойошмаға беркетелгән. Тәүге “санитар йома” бөгөн уҙа.