«Радий Хәбировтың тыуған көнөнә иң шәп бүләк – Өфө хосписын төҙөү өсөн теләһә ниндәй суммаға квитанция», — тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе
Ростислав Мырҙағолов. — Бөтә квитанцияларҙы ла күрһәтергә һүҙ бирәм. Аҡсаны һәм ваҡытты әрәм итмәгеҙ, әйҙәгеҙ, изге эш башҡарайыҡ. Кем һорай, барыһына ла әйтегеҙ».