Ултырышта мәғариф тармағында коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу, һәләтле балалар һәм йәштәрҙең мөмкинлектәре, мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерлеге, республиканың полингвиаль мәктәптәре эшмәкәрлеге хаҡында һөйләштеләр.
"Мәғариф сәғәте" белем биреү усаҡтарында коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары хаҡында һөйләшеүҙән башланып китте. Министр Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, мәктәптәрҙә киләһе дүшәмбенән алып 5 апрелгә тиклем яҙғы каникулдар була, ул эпидемиологик хәлгә ҡарап оҙайтылырға мөмкин. Балалар баҡсаһы элекке, әммә ҡәтғи режимда эшләйәсәк: ата-әсәгә бинаға инеү тыйыла.
23 мартҡа Мәғарифты үҫтереү институты Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән берлектә мәктәптәр өсөн дистанцияла уҡыу буйынса методик ҡулланмалар әҙерләйәсәк. 24 марттан алып 3 апрелгә тиклем уҡытыусылар дистанцияла уҡытыу буйынса белемен камиллаштырасаҡ.
6 апрелгә Башҡортостан белем биреү усаҡтарының бөтәһе лә дистанцияла уҡытыуға күсергә әҙер буласаҡ. 93 ауыл мәктәбенән башҡа – улар әлегә техник мөмкинлектәр менән тәьмин ителмәгән. Бындай белем усаҡтарында башланғыс класс уҡыусылары өсөн 15 баланан артмаған дежур төркөмдәр төҙөләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, бәләкәй класс уҡыусылары өсөн бындай төркөмдәрҙе, кәрәк булһа, республиканың башҡа мәктәптәрендә лә булдырырға кәрәк, тип белдерҙе.
Махсус һәм юғары уҡыу йорттары 23 марттан алып дистанцияла уҡытыуға күсә. Сит ил студенттары һәм етемдәр ятаҡта ҡаласаҡ, уларҙы юғары санитар кимәлдәге хәүефһеҙлек менән тәьмин итәсәктәр.
"Ҡабатлап әйтәм, әлегә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән, әммә беҙгә күрше төбәктәрҙән ҡурҡыныс янай. Иң мөһиме - һаҡланырға һәм әҙер булырға кәрәк", – тине Радий Хәбиров.
Ултырышты республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская дауам итте. Ул үҙ сығышында 20 февралдән алып 17 мартҡа тиклем “Инцидент менеджмент” системаһында мәғариф буйынса 197 мөрәжәғәт булыуы хаҡында һөйләне. Көн үҙәгендә – мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу. Радий Хәбиров “Социаль туҡланыу менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна ойошмаһын төҙөү эшен тиҙләтергә ҡушты.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республикалағы һәләтле балаларҙың, йәштәрҙең мөмкинлектәрен үҫтереү концепцияһын бойомға ашырыу хаҡында һөйләне. Ул инновацион белем биреү усаҡтары селтәрҙәрен киңәйтеүҙе, һәләтле балалар менән эшләү буйынса үҙәктәр төҙөүҙе, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙы әүҙемләштереүҙе үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ һәләтле балаларға һәм уларҙың уҡытыусыларына матди ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралған. Олимпиада еңеүселәре Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булһа, уҡыуҙа, йәмәғәт, спорт эшендә, ижадта уңыштарға өлгәшкән 100 уҡыусы төбәк етәксеһенән айына 700 һум стипендия аласаҡ.
Күсмә "Мәғариф сәғәте"ндә шулай уҡ “Аврора” һәләтле балалар үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Айҙар Сәйғәфәров, ӨДНТУ ректоры вазифаһын башҡарыусы Олег Баулин, Өфөнөң 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбе директоры Наил Әминев, 44-се Өфө ҡала полилингваль мәктәбе директоры Азат Батыршин һәм башҡалар сығыш яһаны.