газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 10:33

Интернетҡа тоташтырыу дауам итә

“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында оптик-сүс үткәргесе һуҙыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә.

“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында оптик-сүс үткәргесе һуҙыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә.“Башинформсвязь” йәмғиәте республиканың 536 ауыл һәм ҡалаһында тағы ла 888 социаль учреждениены юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эш алып бара. Ошоға ярашлы 431 мәғариф учреждениеһы, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 ауыл хакимиәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы 22 бүлексәһе һәм дүрт һайлау комиссияһы участкаһы селтәргә тоташасаҡ. 2021 йыл аҙағына тиклем йәмғиәт 1514 ҡала һәм ауылдағы 2774 социаль учреждениены заманса бәйләнешле итергә иҫәп тота.“Һанлы иҡтисад” милли проектының дөйөм финанслау күләме 1,5 триллион һум тәшкил итә.
#Миллипроекттар
Читайте нас: