РФ Президенты Владимир Путин һәм КНР рәйесе Си Цзиньпин кесаҙна көн телефондан һөйләште. Коронавирус тураһында һүҙ алып барғанда, ике илдең дә башлыҡтары артабан үҙ-ара ярҙам һәм медицинала, дарыуҙар әҙерләүҙә кооперацияны тәрәнәйтеү хаҡында килеште.
“Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин менән һөйләште. Коронавирус пандемияһы тирәләй хәл хаҡында фекер алыштылар, Рәсәй һәм Ҡытай баштан уҡ инфекция менән көрәштә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырғайны”, тиелә хәбәрнамәлә.
Рәсәй башлығы Ҡытайҙың был сиргә ҡаршы тороу һөҙөмтәләренә юғары баһа бирҙе. Си Цзиньпин иһә үҙ сиратында Ҡытай коронавирусҡа ҡаршы көрәштә башҡа илдәр, шул иҫәптә Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер, тип белдерҙе. Уның белдереүенсә, Ҡытай ауырыуҙы профилактикалау һәм дауалау тәжрибәһе менән бүлешергә, берҙәм фәнни тикшенеүҙәр алып барырға, дөйөм хәүефкә ҡаршы тороу өсөн берҙәмлектә эш итергә әҙер.
#ВладимирПутин