10 йәшлек реставратор һәм коллекционер, сәғәт оҫтаһы Алан Хадееев йәкшәмбе, 22 мартта, Беренсе каналда Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» телешоуында ҡатнаша. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» хәбәр итеүенсә, малай үҙенең тәүге экспонатын өс йәшендә һүтеп йыйған. Әле уның коллекцияһында 400-гә яҡын дана. Аландың исеме донъяның коллекционерҙар даирәһендә киң билдәле.
«Тәүҙә ул сәғәттәр менән ҡыҙыҡһына, һүтә, йыя торғайны. Бала нимә менән генә уйнамай инде. Беҙ уға иҫке сәғәтте күрһәтә башланыҡ. Ә ул уны йүнәтеп ҡуйҙы. Һуңынан уға дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ сәғәттәр килтерҙе. Коллекция йыйылды», — тип һөйләне Аландың атаһы Илшат.