Кисә “Салауат Юлаев”тың үҙ боҙонда Омскиҙың “Авангард”ы менән уйынын республика халҡы бик ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер. Ни өсөн тигәндә, Көнсығыш конференцияһында ярым финалға үтеү өсөн беҙҙең командаға бер аҙым ғына ҡалғайны. Еңмәгән осраҡта тағы бер уйынды уҙғарыу өсөн Омскиға юлланыр инек. Уйын ҡыҙыу барҙы, көйәрмәндәр ысын күңелдән яратҡан командаһы өсөн янып көйҙө, бик ныҡ тулҡынланды. Һәм, ниһайәт, беҙ - булдырҙыҡ!!! "Авангард"ты 4:1 иҫәбе менән еңдек. Күрше ҡапҡаға шайбаларҙы Сакари Маннинен, Тему Хартикайнен, Дмитрий Кугрышев һәм Эдуард Ғиматов индерҙе. Хәҙер беҙҙекеләр күрше республиканың "Аҡ барыҫ" командаһы менән осрашасаҡ. Сираттағы уйын 18 мартта уҙасаҡ.