Коронавирусты иҫкәртеү ваҡытында өлкәндәргә ярҙамды Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында ваҡытлыса булдырыласаҡ үҙәк ғәмәлгә ашырасаҡ. Яңғыҙ йәшәүсе өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандандарға аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ, дарыуҙар өйҙәренә алып барыласаҡ. Социаль ярҙамды ошо көндәрҙә күрһәтелә башлауы көтөлә.