газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 10:50

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса өйҙән генә тауыш биреү ихтималлығы ла күҙ уңынан ысҡындырылмай

РФ Президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы фонында Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә аңлатма бирҙе. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, әгәр мөмкинлек булһа, тауыш биреү буласаҡ, шулай уҡ уны өйҙән генә атҡарыу мөмкинлеге лә күҙ уңынан ысҡындырылмай.

- Әгәр эпидемиологик хәл ыңғай түгел икән, тауыш биреү ваҡытын һуңғараҡҡа күсерәбеҙ, Әммә хәл мөмкинселек бирә икән, уны уҙғарасаҡбыҙ. Әлбиттә, был осраҡта тауыш биреү участкаларында ҡулланылырға тейеш бөтә һаҡланыу сараларын күреп, - тине президент Севастополдә йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыу барышында.
Дәүләт башлығы тауыш биреү ваҡытында заманса ысулдар һәм һаҡланыу саралары ҡулланыласаҡ, шулай уҡ уны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша уҙғарыу варианты мөмкин булыуын белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: