Быйыл республиканың 20 меңләгән эшҡыуары дәүләт ярҙамы менән файҙаланыуы мөмкин.
Ағымдағы йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1,4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 200 миллион һумға күберәк. Былтыр дәүләт ярҙамын 8000 эшҡыуар алған.
"Минең бизнесым" үҙәктәре лә күбәйәсәк (2024 йылға улар республиканың һәр ҡалаһында булырға тейеш), туристик һәм һөнәрселек коворкингтары, Көнкүреш йорто ла асыласаҡ.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы алып барыла.