газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 10:45

Заманса предприятие барлыҡҡа килде

Благовещен ҡалаһында йөк вагондары өсөн тәгәрмәстәрҙе капиталь ремонтлау менән шөғөлләнеүсе яңы предприятие барлыҡҡа килде.

Благовещен ҡалаһында йөк вагондары өсөн тәгәрмәстәрҙе капиталь ремонтлау менән шөғөлләнеүсе яңы предприятие барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең “RAILGO” транспорт-экспедитор команияһы вәкиле Рахман Хәлилов ҡатнашты.
- Һеҙгә күтәренке кәйеф менән килдем. Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, бөтә ерҙә лә етештереү кәмей, тиҙәр. Ә беҙ республикала яңы предприятие асабыҙ, 200 яңы эш урыны булдырабыҙ. Компания киләсәктә лә Башҡортостанға инвестициялар һалыр, тип килештек. Бөгөн беренсе сиратты сафҡа индерәбеҙ, икенсеһе лә буласаҡ. Был - социаль шарттар булдырылған заманса предприятие. Мәҫәлән, бында уртаса хеҙмәт хаҡы 42 мең һум тәшкил итә, - тине Радий Фәрит улы.
Айына 1600 тәгәрмәсте ремонтлау ҡеүәтенә эйә булған вагон ремонтлау оҫтаханаларын асыу проекты ике этаптан тора. Дөйөм инвестиция күләме 314 миллион һум тәшкил итә. Тәүге этапҡа ярашлы, компания цехты яңырта һәм йыһазландыра, эшселәр өсөн бина әҙерләй, шулай уҡ әҙер продукцияны һаҡлау биләмәһен төҙөкләндерә.
Яңы асылған предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
#Миллипроекттар
Читайте нас