Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе 22 апрелдә уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Әммә ил башлығы билдәләүенсә, тауыш биреү әгәр илдәгә эпидемиологик хәл быға мөмкинлек биргән хәлдә генә үткәреләсәк.
“Рәсәй Федерацияһының “Асыҡ власты ойоштороу һәм эшләүенең айырым мәсьәләләрен көйләүҙе камиллаштырыу тураһында” Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр тураһында Законының 1-се статьяһында ҡаралғанса, 2020 йылдың 22 апреленә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау һорауҙары буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе билдәләргә”, тип бирелә дәүләт башлығы ҡарарының тексында.
Тауыш биреүҙә “Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы?” тигән һорау ҡуйыласаҡ.
Әммә ил башлығы тауыш биреү әгәр илдәгә эпидемиологик хәл быға мөмкинлек биргән хәлдә генә үткәреләсәген дә билдәләй.
#ВладимирПутин