газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 10:50

Президент хөкүмәт ағзалары менән осраша

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Генераль прокуратура коллегияһының 2019 йылға эш йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән ултырышында сығыш яһай, шулай уҡ торлаҡ баҙарын үҫтереү тураһында хөкүмәт менән кәңәшмә уҙғара, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

“Ун етенсе мартта Владимир Путин Генераль прокуратура коллегияһының 2019 йылға эш йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән ултырышында сығыш яһай”, - тиелә хәбәрнамәлә.
Шулай уҡ шишәмбе көн ил башлығы хөкүмәт менән сираттағы кәңәшмәһен уҙғарасаҡ. Уның төп темаһы - торлаҡ төҙөлөшө үҫеше. Был йәһәттән вице-премьер Марат Хөснуллин һәм Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина сығыш яһаясаҡ. Бынан тыш, башҡа төрлө көнүҙәк һорауҙар ҙа ҡараласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: