Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республика дауаханаларында махсус бокстарҙа 41 кеше стационар шарттарҙа дауалана (уларҙың 6-һы балалар). Улар коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында, тикшереү үтә, стандарт дауалау саралары ала.
Коронавирусҡа бәйле хәл буйынса республикала “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолған, һуңғы көндәрҙә халыҡтан 312 шылтыратыу теркәлгән. Иң борсоған мәсьәләләр: сил илдән ҡайтҡас тикшерелеү алгоритмы, нисек анализдар тапшырырға, битлектәр етешмәү мәсьәләһе.
Республикалағы “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8 347 279 91 20. Шулай уҡ федераль номер ҙа эшләй: 8 800 2000 112 һандарын йыйып, коронавирус буйынса борсоған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
Республиканың “Инцидент” системаһына ла халыҡтан мөрәжәғәттәр килеп тора. 14 – 17 мартта 135 ялыу теркәлгән.
Спорт саралары буйынса үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов таныштырҙы.
Март һәм апрель айҙарында республика биләмәһендә төрлө кимәлдәге 442 спорт сараһы үтергә тейеш булған. Килеп тыуған хәлгә бәйле, 16 марттан барлыҡ халыҡ-ара, төбәк-ара спорт саралары кисектерелә йәки үткәрелмәй, төбәк кимәлендәгеләренә лә сикләүҙәр индерелеүе ихтимал. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең һайлап алыу турнирҙарына ҡағылышлы сикләүҙәр ҙә индерелә, шуға күрә, спорт төрөнә ҡарап, федерациялар менән бәйләнештә булырға кәрәк. Барлыҡ яңылыҡтар Рәсәйҙең Спорт һәм Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары сайтында буласаҡ, унан тыш төбәктә 8(347) 218-03-02 телефоны буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған.
Халыҡты “Салауат Юлаев” хоккей һәм “Өфө” футбол командалары уйындары ла борсой. Континенталь хоккей лигаһы ҡарары буйынса, әлегә барлыҡ уйындар бер аҙнаға кисектерелгән, унан тыш Ҡаҙағстан һәм Финляндия командалары Гагарин кубогы өсөн көрәштән баш тартҡан.
Ғөмүмән, хәлдең короновирус инфекцияһы таралыуына бәйле үҙгәреп китеүе ихтимал, шуға яңылыҡтарҙы рәсми сайттарҙа күҙәтеп барыу фарыз.
Фото: lh3.googleusercontent.com