Биш һәм унан да күберәк балаһы булған әсәләр ҡартлыҡ буйынса пенсияға алдан, 50 йәштән сыға ала. Хаҡлы ялға алдан китеүҙе юллау өсөн күп балалы әсә 15 йылдан да кәм булмаған стажға эйә булырға тейеш.
Был стаж иҫәбенә эшләү осорҙары менән берлектә һәр балаға йәш ярым булғансы ҡарау осоро ла инә, әммә әсә кеше эшләгән осраҡта ул дөйөм алғанда алты йылдан артмаҫҡа тейеш.
Алыҫ Себер райондарында 12 йылдан кәм булмаған старховка стажына эйә булған һәм ике, унан да күберәк бала табып үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар 50 йәштән хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы өс һәм дүрт балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алдан хаҡлы ялға китеүгә иҫәп тота ала. Әгәр гүзәл заттың өс балаһы булһа, ул пенсияға 57 йәштә, дүрт бала булһа, 56 йәштә, йәғни билдәләнгән пенсия йәшенән 3-4 йылға алданыраҡ сығыу хоҡуғынан файҙалана ала, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлек идарасыһы Фоат Хантимеров.
Законға ярашлы, тыумыштан инвалид бала тәрбиәләгәндәрҙең пенсияға ваҡытынан алда сығыу мөмкинлеге бар. Был хоҡуҡ менән инвалид балаһы булған ата менән әсәнең береһе файҙаланып, пенсияға иртә сыға ала.
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 15, ә ир-аттарҙың 20 йыл хеҙмәт стажы булыуы шарт. Ҡыҫҡаһы, инвалид бала ҡараған ир йәки ҡатынға пенсияға сығыу ваҡыты биш йылға кәметелә.