газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 19:05

Декрет ялындағы әсәләр яңы һөнәргә уҡып сыға һәм стипендия ала ала

Башҡортостанда декрет ялындағы әсәләр яңы һөнәр үҙләштерергә һәм уҡыған ваҡытта стипендия алырға мөмкин. Республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыу һәм һөнәри әҙерлек буйынса яңы программаның башланыуы тураһында һөйләне.

Башҡортостанда декрет ялындағы әсәләр яңы һөнәр үҙләштерергә һәм уҡыған ваҡытта стипендия алырға мөмкин. Республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыу һәм һөнәри әҙерлек буйынса яңы программаның башланыуы тураһында һөйләне.
Ҡабаттан уҡытыу программаһын өс йәшкәсә балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар йәки 7 йәшкә тиклем бала тәрбәиләгән, ләкин эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар үтергә мөмкин.
Теләһә ниндәй һөнәргә уҡып сығырға була. Эш биреүселә квалификацияны күтәрергә йәки белем биреү сертификатын алырға, йә иһә мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса уҡырға мөмкин. Уҡыу ваҡыты – өс айға хәтлем. Белем биреү сертификатының хаҡы – 46,3 мең һумға тиклем.
Бынан тыш, уҡыған осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға МРОТ күләмендә — 13,9 мең һум стипендия түләнә.
«Сер түгел, йәш әсәләр бала менән өйҙә ултырға ваҡытта йыш ҡына үҙҙәренең компетенцияһын юғалта, декрет ялы тамамланғас, уларға эш режимына инеү ҡыйыныраҡ. Был — стресты кәметеү, үҙеңдең оҫталығыңды арттырыу йәки яңы һөнәр үҙләштереү өсөн уйланылған программа», — тине Радий Хәбиров.
Быйыл республикала бөтәһе 1 257 ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыу планлаштырыла.
Уҡыуға ярҙам сараларын алыу өсөн эш биреүсеңә йәки йәшәгән урын буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Гөлфиә Акулова.
Читайте нас: