газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 11:15

Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ

Башҡорт дәүләт аграр университетының фәнни сессияһы сиктәрендә тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты студенттары республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һәм Росреестрҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец менән осрашты.

Башҡорт дәүләт аграр университетының фәнни сессияһы сиктәрендә тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты студенттары республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һәм Росреестрҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец менән осрашты. Экология өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү ҙә төҙөлдө.
Урал Искәндәров һәм БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, “Экология" милли проекты ҡыҫаларында республикала ғәмәлгә ашырылыусы саралар тураһында ентекле һөйләнеләр. Улар билдәләп үтеүенсә, бары тик берҙәмлек һәм тырышлыҡ менән генә уңайлы тирә-яҡ мөхитте булдырыу мөмкин.

Осрашыу һуңында экология өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса төҙөлгән килешеү - “Экология" милли проектын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә берҙәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә ҙур аҙым, тигән фекергә килделәр.

#Миллипроекттар
Фото: Башҡорт дәүләт аграр университетының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: