газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:56

Анализ һөҙөмтәләре билдәле булды

Италияла ял итеп ҡайтҡан Күмертау кешеләре, коронавирусҡа шикләнеп, дауаханаға урынлаштырылғайны. Уларҙың анализ һөҙөмтәһе билдәле булды.

Италияла ял итеп ҡайтҡан Күмертау кешеләре, коронавирусҡа шикләнеп, дауаханаға урынлаштырылғайны. Уларҙың анализ һөҙөмтәһе билдәле булды.
Урындағы “Арис” ҡала телеканалы хәбәр итеүенсә, уларҙа коронавирус сире раҫланмаған. Италияла әле мониторинг мәғлүмәттәре буйынса 21 157 cир һәм 1441 үлем осрағы билдәле.
Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Радик Ғәлимов журналистар менән осрашыуҙа коронавирусҡа анализдарҙың хәҙер республикала эшләнеүен, тик диагнозды раҫлау өсөн биоматериалдарҙың Новосибирскиҙағы “Вектор” вирусология ғилми үҙәгенең лабораторияһына яңынан тикшереүгә ебәрелеүен белдерҙе.
Күмертау кешеләренең анализдары ла тағы ла бер ҡат тикшереү үтәсәк. Шулай итеп, хәүефле сирҙең булыу-булмауы ике тапҡыр тикшерелә.
Фото:74.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sir-ra-lanma-an-165885/
Читайте нас: