Тамам аптыратты бит был корона вирус тигән нәмә. Ана, хатта беҙҙең ҡалала торлаҡ-файҙаланыу идаралығы шул арҡала хатта халыҡты хеҙмәтләндереүҙән туҡтаған, тигән хәбәр таралды. Был турала ҡалала йәшәүсе социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Белдереүҙә былай тип яҙылған: “Коронавирус инфекцияһына бәйле, халыҡты ҡабул итеү булмаясаҡ (яҡынса 15 апрелгә тиклем)”.
- Мин шок хәлендә. Балалар баҡсалары эшләй, мәктәптәр ҙә. Ә бында карантин икән. Һәр ваҡыттағыса, проблемалар тәүгеләрҙән булып ЖЭУ-ла башлана, - ти пост авторы. - Ҡызыҡ, түләү ҙә булмаясаҡ микән? - тип тә өҫтәгән ул.
Аптырарлыҡ хәлдәр, әлбиттә. Әммә коронавирус тураһында республикала йәшәүселәргә хәүефләнергә урын юҡ. Сөнки беҙҙә әле был сирҙе йоҡторған берәү ҙә теркәлмәгән, мәғариф учреждениелары, уҡыу йорттары ла, башҡа ойошма-учреждениелар үҙҙәренең эш режимында эшләүҙәрен дауам итә. Сит илдән ҡайтыусылар шунда уҡ тикшереү үтә, шик тыуҙырыусылар дауаханаларға урынлаштырыла, ниндәйҙер ойошманы ябыу тураһында әлегә бер ниндәй ҙә һүҙ бармай. Тимәк, Салауаттағы был фотола тик кешеләрҙе ҡаңғыртыу, улар араһында яңылыш хәбәр таратыу кеүек килеп сыға түгелме һуң? Был яҙыу ҙа тотош республика халҡына коронавирус тураһында имеш-мимеш таратыуға булышлыҡ итеп ҡуймағайы. Шул уҡ ваҡытта республика халҡына абайлы булыу ҡамасауламаҫ, теләһә ниндәй ялған мәғлүмәттәргә ышаныу ҙа кәрәкмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров шәмбе көнө республикала коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе һәм саралар ҡабул ителде.