Бындай ҡарар бөгөндән, йәғни 16 марттан ғәмәли көскә эйә. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков ҡул ҡуйған бойороҡта әлеге хаҡта әйтелә һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәренә электрон һәм ситтән тороп белем биреү алымдарын ҡулланып, уҡыу программаларын тулыһынса үтәү бурысы ҡуйыла.
Фән һәм юғары белем биреү министрлығында яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб төҙөлгән. Ведомствоның рәсми сайтында 18 марттан студенттар өсөн ирекле (бушлай) онлайн-курстар исемлеге барлыҡҡа киләсәк. Әлегә был башланғысты яйға һалыу һәм ойоштороу уҡыу йорттарының етәкселеге тарафынан ҡарала. Дистанцион белем алыу осоронда ситтән килгән студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарыу мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән.
Фото: magazine.lectera.com