Коронавирус билдәләнгән төбәк башлыҡтарына эшсе төркөмгә инергә тәҡдим ителгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Ҡытайҙан таралған COVID-19 инфекцияһын пандемия тип иғлан итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уның менән бөтә донъя буйынса 157 мең кеше зарарланған, коронавирус осраҡтары 130 илдә билдәләнгән. Алты меңдән ашыу кеше үлгән, 75 мең пациент һауыҡҡан.
Рәсәй властары ил буйынса вирус таралмаһын өсөн саралар күрә. Ҡытай, Иран, Көньяҡ Корея, Италия, Франция, Германия, Испания һәм башҡа илдәр менән авиалиниялар сикләнгән. Шулай уҡ Европа илдәренә поездар маршруты ла туҡтатыласаҡ.
Росптребнадзорҙан билдәләүҙәренсә, эпидемиологик яҡтан имен булмаған илдәрҙән ҡайтҡандарҙың барыһы ла COVID-19-ға тикшерәләсәк. Рәсәй халҡына сит илгә барыуҙан тыйылып тороу тәҡдим ителә. Шулай төбәктәрҙә массалы саралар уҙғарыуҙы ла кәметергә кәңәш ителде.
#ВладимирПутин