Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан умартасыларының икенсе асыҡ төбәк съезы уҙҙы.
Сара 47-се Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһенә ярашлы ойошторолған. Съезд шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ла ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ирешелгән уңыштар, киләсәккә пландар тураһында һөйләне.
Ул шулай уҡ беҙҙең “Алтын Солоҡ” заказнигында етештерелгән урта рус бал ҡортона ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләне. Былтыр саф тоҡомло 300 бал ҡорто ғаиләһе алынған, был проект менән ике умартасы шөғөлләнгән. Быйыл әлеге эшкә тотонорға 30 ҡортсо теләк белдергән.
Умартасылар үҙҙәрен борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе - йүкә урмандарын һаҡлау, бал ҡорттарын пестицидтарҙан ҡурсалау буйынса фекер алышты, бал етештереү, һатыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.