Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 11:35

Гөлназ Асаеваға ни булған?

Инстаграмда ул градусник фотоһы һалған.

Инстаграмда ул градусник фотоһы һалған.
Ваҡытынан алда йылытып яҙ килһә лә, сирләүселәр бер ҙә кәмемәй. Киреһенсә, арта ғына. Етмәһә, коронавирус ҡурҡытып тота. Эстрадабыҙ йондоҙҙары ла, ябай кешеләр кеүек, вирустар алдында көсһөҙ. Яңыраҡ ҡына Радик Юлъяҡшин сирләйем тип яҙа ине, бөгөн күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаева “тәгәрәгән”. Инстаграмда ул градусник фотоһы һалған. Унда 38,5 градус температура күрһәтелгән. "Нимә һуң ул был? Барыһы ла һәйбәт ине бит..." – тип яҙған йырсы. Гөлназдың фанаттары шунда уҡ уға һаулыҡ һәм тиҙерәк шәбәйеү теләй башлаған. Артистар кеше араһында күп йөрөй, концерттар, саралар көн һайын тиерлек үтеп тора. Ниндәй ҙә булһа вирус эләктереп алыуы ғәжәп түгел. Гөлназға сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/G-lnaz-Asaeva-a-ni-bul-an-165196/
Читайте нас: