19 мартта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегендә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола.
Ҡабул итеүҙе Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы идаралыҡ начальнигы Геннадий Мосякин, БР-ҙа эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный Флүр Асаҙуллин, Рәсәй Тикшереү комитетының БР буйынса идаралығының процессуаль контроль бүлеге етәксеһе юстиция полковнигы Марсель Дулкарнаев уҙғара.
Ҡабул итеү тере сират рәүешендә үткәрелә, үҙегеҙ менән паспорт алыу кәңәш ителә. Ҡабул итеүгә 8(3476) 35-2552, 37-96-31 телефон аша ла яҙылырға мөмкин.