- Төҙөлөш тураһында әйткәндә, аңлашыла, бөтәһе лә төбәк һәм муниципалитет кимәлендә ойошторола, әммә һеҙ ҙә был эштең ойошторошон нулдән, техник бурыстан алып күҙәтеп барығыҙ, - тине Путин кесаҙна Кравцов менән эшлекле осрашыу барышында.
Үҙ сиратында мәғариф министры президентҡа мәктәпте сафҡа индереүҙән алып лицензиялауға тиклем бер ай үтеүен контролдә тотоуын һөйләне.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин класс етәкселәренә федераль бюджеттан өҫтәмә түләүҙәр бирелә башлау менән урындағы өҫтәмәләр алынған осраҡта төбәк етәкселәре яуап тотасағы хаҡында иҫкәртергә кәрәклеген дә әйтте. Кравцов класс етәкселеге өсөн өҫтәмәләр 1 сентябрҙән түләнә башлаясағы һәм бының өсөн бөтә документтарҙың да әҙер булыуы хаҡында хәбәр итте.
#ВладимирПутин