Быйыл Салауатта "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы, бер нисә урам ремонтланасаҡ. Әле үк Төньяҡ урамда әҙерлек эштәре башланған да инде. Эштәр майға планлаштырылған булһа ла, уға әле үк тотонғандар, сөнки юлдар торошо бик насар. Яҙ етеп, ҡарҙар ирей башлау менән асфальт та йыуылып төшкәндәй булды бит.