Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы плей-офф ярымфинал серияһының «Салауат Юлаев» менән уйындарына билеттар һатыуҙы туҡтатты. «Башинформ» агентлығына «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы медиа-үҙәге етәксеһе Михаил Степанов хәбәр итеүенсә, был яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән бөгөн 24 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында булырға тейешле дүртенсе уйынға билеттар һатыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. 22 мартҡа «Өфө-Арена»ға бөтә билеттар һатылып бөткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әгәр уйынды тамашасыларһыҙ уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителһә, клуб уларҙың тулы хаҡын ҡайтара.