Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 16:15

Көҙгө

Йәш ҡатын әсәһенә зарлана:- Әсәй, инде иремә түҙер хәлем ҡалманы. Ул шул тиклем үҙгәрҙе! Мине аңлауҙан туҡтаны, хөрмәт итмәй һәм бер туҡтауһыҙ әрләшә. Мөхәббәте һүнгәндер, күрәһең...

Йәш ҡатын әсәһенә зарлана:
- Әсәй, инде иремә түҙер хәлем ҡалманы. Ул шул тиклем үҙгәрҙе! Мине аңлауҙан туҡтаны, хөрмәт итмәй һәм бер туҡтауһыҙ әрләшә. Мөхәббәте һүнгәндер, күрәһең...
- Ә үҙең һуң, үҙең уны хөрмәт итәһеңме? - тип һорай әсәһе.
- Бына тағы! - ти ҡатын асыуланып. - Миңә ҡарата мөнәсәбәте нисек, мин дә уға шулай яуап бирәм.
- Улайһа, ҡыҙым, мөғжизә көтмә. Һин әле көҙгө кеүек иреңдең артынан уның хаталарын ҡабатлайһың. Көҙгөнән айырмалы, ҡатын күргән һәр нәмәне генә ҡабатларға һәләтле түгел. Ә ирендә тәү ҡарауға күренмәгән сифаттарҙы ла сағылдыра ала. Әгәр ҡатын хөрмәт “сағылдыра” икән, ир кеше быны мотлаҡ күрәсәк, аңлаясаҡ, ыңғай яуап ҡайтарасаҡ. Ҡатын мөхәббәт “сағылдырһа”, ирҙең дә күрер, күңелендә уға ҡарата һөйөү хисе уяныр. Ҡатын ир кешегә үҙенең яҡшы сифаттарын күрергә ярҙам итеүсе булырға тейеш.
Читайте нас: