газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 16:05

“Айыуҡай” торты

Ҡамыр өсөн: 2 аш ҡалағы аҡ май, 2 стакан он, 3 йомортҡа, 100 гр бал, 1 стакан шәкәр ҡомо, әҙерәк аш содаһы.Крем өсөн: 75 гр аҡ май, 2 аш ҡалағы какао, 0,5 стакан һөт, 3/4 стакан шәкәр ҡомо.

“Айыуҡай” торты
Ҡамыр өсөн: 2 аш ҡалағы аҡ май, 2 стакан он, 3 йомортҡа, 100 гр бал, 1 стакан шәкәр ҡомо, әҙерәк аш содаһы.
Крем өсөн: 75 гр аҡ май, 2 аш ҡалағы какао, 0,5 стакан һөт, 3/4 стакан шәкәр ҡомо.
Май йылынып йомшарғас, йомортҡа, бал, шәкәр, аш содаһын бергә болғайһың. Килеп сыҡҡан массаға ондо әҙләп өҫтәп, йомшағыраҡ ҡамыр баҫаһың һәм өс өлөшкә бүләһең. Табаны йәбешмәҫлек итеп майлап, ҡамырҙы тигеҙләп йәйеп, ҡапҡасын ҡаплап, плитә өҫтөнә ултыртырға. 15-20 минут самаһы үткәс, йәймәне ипләп кенә әйләндерәһең. 3 йәймәне лә бешереп алғас, әҙерләнгән кремды яғаһың. Кремде әҙерләү өсөн, ҡушылмаларҙы бергә болғап, талғын утта ҡайнатаһың. Торттың өҫтөн ваҡланған әстрхан, арахис сәтләүектәре, мәк менән дә биҙәргә була.
Читайте нас: