Ит
Һыуытылған итте 2-3 көндән дә артыҡ һаҡларға ярамай. Тауыҡ туңдырылмаған булһа, уны бары 1-2 көн генә тота алаһығыҙ. Әгәр итте туңдырыу бүлегенә ҡуйһағыҙ, ул унда ярты йылға тиклем һаҡлана ала.
Балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтары
Балыҡты туңдырылған килеш 3 айҙан 6 айға ҡәҙәр һаҡларға ярай. Ә һыуытҡыста 1-2 көндән артыҡ тотмаҫҡа кәңәш ителә.
Колбаса, сыр
Сырҙы махсус һауытта һаҡлағыҙ. Ул унда кипмәйәсәк. Әгәр ундай һауытығыҙ булмаһа, ризыҡ төргән ҡағыҙға төрөп ҡуя алаһығыҙ. Колбасаны фольгаға төрөп һаҡлағыҙ.
Һөт аҙыҡтары
Эремсекте эмаль һауытҡа һалып, һыуытҡыстың урта бүлегендә тотоу отошло. Һөттө лә ошонда уҡ һаҡлау яҡшыраҡ. Уны һыуытҡыстың ишегендәге кәштәгә ҡуйыу уның тиҙерәк әсеүенә килтерә.
Йомортҡа
Сальмонеллеоздан һаҡланыу өсөн һатып алған йомортҡаны йыумайса ҡулланмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Һыуытҡыста йомортҡа 3-4 аҙна һаҡлана. Уны һыуытҡыстың иң аҫҡы кәштәһендә һаҡлау һәйбәт.
Еләк-емеш
Банан, киви, манго, гранатты һыуытҡыста һаҡларға ярамай. Ҡалған емештәр ҙә һыуытҡысты бик яратып бармай. Уларҙы ҡараңғы, һалҡынса урында тота алаһығыҙ. Алманы һыуытҡыста йыуылмаған килеш һаҡлағыҙ.
Йәшелсә
Йәшелсәләргә һыуытҡыста махсус пыяла кәштә бар. Уларҙы унда һатып алынған үҙ пакеттарында һаҡлай алаһығыҙ. Бәрәңгене һыуытҡысҡысҡа ҡуймайынса, һалҡынса ҡараңғы урында тоторға кәңәш итәбеҙ. Кәбеҫтәне өҫтәмә бер ҡат ҡағыҙға төрһәгеҙ була, ул дым яратмай.