“Рәмил Шәмсетдиновҡа һәм хеҙмәттәштәренә ҡарата өс ҡулланған Руслан Мөхәтов өсөн был яза үтә лә йомшаҡ. Чита хәрби судының хөкөм ҡарарына ҡаршы ялыу менән сығасаҡбыҙ. Беҙҙеңсә, суд булған факттарҙы иҫәпкә алмаған, Мөхәтовтың аҡса таптырыуы ниңәлер ситтә тороп ҡалды. Бынан тыш, уның үҙ ғәйебен танымай, "һалдаттар үҙҙәре битенә һуғырға ҡушты", тип ғәйепте ҡаза күргәндәргә япһарырға тырышыуына ла ҡаты яза булырға тейеш”, - тип хәбәр итә адвокат Руслан Нәғиев.