8 Март байрамы алдынан республикала тағы бер фажиғә теркәлде. Тағы тип әйтеүебеҙ юҡҡа түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап байрамдар алдынан йәки көнөндә үлтерештәр, көсләүҙәр һәм башҡа енәйәттәр һаны арта.
7 мартта Асҡын районының Көнгәк ауылында ата-әсәһе 12 йәшлек ҡыҙҙарының үле кәүҙәһен таба. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә. Бала һәләк булған ерҙән хоҡуҡ һаҡсылары бау һәм уның кейемдәрен алған. Тимәк, ҡыҙыҡай аҫылынған.
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тәфтишселәр тикшереү алып бара. Баланың ни өсөн үҙенә ҡул һалғаны билдәле түгел.
Ҡыҙҙы тыуған ауылында ерләгәндәр. 12 генә йәшлек баланы ошондай башҡа һыймаҫлыҡ аҙымға нимә этәреүе мөмкин? Ниндәй төҙәтеп булмаҫлыҡ проблемалар баҫты икән уны? Ата-әсәгә балаларына, айырыуса үҫмерҙәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә кәрәк.
Ҙур ҡайғы кисергән ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.