газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 18:50

Әнүәр Нурғәлиев: «Уларҙың ғазапланыуын күреп йөрәгем әрней»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтең ғаиләһе ауыр ваҡыттар кисерә.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтең ғаиләһе ауыр ваҡыттар кисерә. Йырсының әсәһе шаҡтай ваҡыт дауаханала ята, ә атаһы ауылда яңғыҙы тормош көтөргә мәжбүр. Ярты быуаттан артыҡ бергә ғүмер кисергән ата-әсәһенең өҙгөләнеүен күреү балалары өсөн дә ауыр. Һөйөклө ҡарттарының танышыу-ҡауышыу миҙгелдәре хаҡында "Инстаграм"да һөйләй Әнүәр Нурғәлиев.
«Атай менән әсәй бик иртә өйләнешә. Атайыбыҙ йәштән атайһыҙ ҡала, шул сәбәпле ул ғаиләһе өсөн берҙән-бер терәк һәм ярҙамсы була. Йәшләй ук үгеҙ егеп утын алып ҡайтырға йөрөй. Атайыма 18 йәш тулғас, дәү әсәйем һәм туғандарыбыҙ күрше ауылда әсәйҙе күреп ҡала һәм оҡшатып, атай өсөн урлап алып ҡайталар. Шул көндән алып улар бер-береһенән айырылмайынса, аңлашып 60 йыл ғүмер итә. Төрлө ауырлыҡтар булһа ла, һәр ваҡыт бер-береһенә тоғро ҡалып, өҙөлөп торалар.
Әсәй ғаиләлә лидер булһа ла, атайҙан уҙып бер нимә лә эшләмәне. Атай йоҡлаһа, беҙ тауыш-тынһыҙ ғына йөрөргә тейеш, атай табынға ултырмайынса бер кем дә ризыҡҡа тотонмай.
Бик бай йәшәмәһәк тә, табыныбыҙ һәр саҡ мул ине. Атай һарыҡ көттө, әсәйебеҙ сөгөлдөр баҫыуында хеҙмәт итте. Беҙ ҙә бәләкәйҙән эшләп үҫтек, тик ултырманыҡ. Атай-әсәй биш балаһын тейешле тәрбиә биреп үҫтерҙе. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәт.
Хәҙер уларҙың өҙгөләнеүен күреп йөрәгем әрней. Әсәйҙең ауырыуы, уларҙың ғазапланыуы минең тормошомдо икенсе яҡҡа борҙо, күп нимәләргә ҡарашымды үҙгәртте», – ти артист.
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/n-r-Nur-liev--Ular-i--azaplaniuin-k-rep-y-r-gem-rney-160638/
Читайте нас: