“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың дауаханалары һәм поликлиникалары роботлаштырылған механотерапия аппараттары ала башланы. Был турала республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Баш ҡаланың 2-се балалар поликлиникаһы заманса ҡорамалды тәүгеләрҙән булып алды. 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы балалар поликлиникалары, 17-се балалар клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы ла ошондай аппаратлы буласаҡ.
“Был заманса ҡорамал йәрәхәттәрҙән, һөйәк һынғандан һуң өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймауға, операциянан һуңғы осорҙа быуындарҙы дауалауға, уларҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙеүгә, тиҙерәк һауығыуға булышлыҡ итә”, - тиҙәр ведомствола.
Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.