Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе буйынса вәкиле Марина Густова “Киске Мәскәү” гәзитендә яҙған.
Пенсияның күләмен билдәләгәндә бер нисә фактор иҫәпкә алына. Шулай итеп, страховка түләүҙәренә “ветеран”, “төньяҡ”, инвалидлыҡ, хәүефле хеҙмәт урыны, зыянлы етештереүҙә көс түгеү өсөн өҫтәп түләүҙәр ҡушыла. Төп пенсия күләменә шулай уҡ илдә йәшәүселәрҙең “пенсия билет”тарын һатып алыу мөмкинлеге лә өҫтәлә.
Өҫтәүенә күп кенә предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләй. Шулай итеп, белгестәр фекеренсә, ябай пенсионер 50 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Федераль матбуғат сараларында Омск өлкәһенән бер ҡатындың 14 мең һум урынына 52,2 мең һум пенсия алыуы тураһында хәбәр булғайны.