газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 11:05

Йөрәк менән шаярмайҙар

Рәсәйҙә ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү программаһы эшләй башланы.

Рәсәйҙә ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү программаһы эшләй башланы. Хәҙер инфаркт, инсульт кисергән, йөрәк һәм ҡан тамырҙарына операциялар яһатҡан пациенттарға тәүге йылдарҙа кәрәкле медикаменттарҙы бушлай бирәсәктәр. Был маҡсатта федераль бюджеттан 10 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, ул пациенттарҙа рецидивтарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
Былтыр, уҙған ийылдар менән сағыштырғанда, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының кәмеүе күҙәтелһә лә, бөгөнгө көндә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары Рәсәйҙә үлемгә килтергә төп сәбәптәрҙең береһе булып тора.
#Миллипроекттар
Читайте нас: