..53 йәшлек ир пенсионер ҡатынға спиртлы эсемлек һорап килә. Үҙенең аҡсаһы булмағандыр, күрәһең. Бушлай араҡы бирергә теләмәгән йорт хужабикәһе менән икеһе араһында бәхәс ҡуба. Ниндәйҙер бер мәлдә ир ҡулына отвертка алып, уның менән ҡатындың кәүҙәһенә бер нисә тапҡыр сәнсә. Алынған тән йәрәхәттәренән 80 йәшлек әбей шул урында йән бирә.
Республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, енәйәтсе ҡулға алынған. Ул иҫерек килеш кеше үлтереүҙә ғәйепләнә, быға тиклем дә ултырып сыҡҡаны асыҡланған.
Спиртлы эсемлек һатыуҙы әллә күпме тыйып тороуҙарына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ауылдарҙа был "кәсеп" һаман дауам итә. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булырға тейешле оло йәштәге инәйҙәрҙең дә был ағыуҙы һатыуы айырыуса аяныслы. Ә "йәшел йылан" берәүҙе лә аямай...